Башҡортостан игенен Германия заводтарына оҙатасаҡтар

Тулыраҡ: Башҡортостан игенен Германия заводтарына оҙатасаҡтар

Башҡортостан игенен Германия заводтарына оҙатасаҡтар.

Миәкә районындағы хужалыҡтарҙың береһе быйыл һыра етештереүҙә ҡулланылған арпа культураһын үҫтереп ҡарарға иҫәп тота. Уның хаҡы юғары һәм Германия ерендә Башҡортостан баҫыуҙарында үҫтерелгән игенде юғары баһалайҙар.Ни сәсһәң шуны урырһың. Был мәҡәлдең мәғәнә тәрәнлеге төрлө, әммә асылы бер. Яҡшы уңыш нигеҙе, сифатлы орлоҡта. Маяҡ хужалығында уны әҙерләүгә, айырыуса, яуаплы ҡарайҙар. Келәттәге орлоҡ араһында быйыл һыра арпаһы ла бар. Уны хужалыҡ тәүгә сәсә, шулай ҙа уңышы яҡшы булырында шикләнмәй.Сәсеү ҡеүәтен һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу бурысын заманса техника яҡшы үтәй. Былтыр һатып алған был сәсеү ҡоролмаһы хужалыҡҡа ҡыр эштәрен аҙна дауамында атҡарып сығырға ярҙам итә.Республика хужалыҡтарына сәсеү техникаһын 1 апрелгә тиклем әҙерләү бурысы ҡуйылғайны. “Маяҡ”тар техник күҙәтеүҙе үткән. Әле яғыулыҡ-майлау материалдары ҡайтарыла. Быйыл яҙ былтырғынан һуңыраҡ килә, дым запасы ла юғары, ти тәжрибәле аграрийҙар. Әммә яҡшы уңыш дымдан ғына тормай, орлоҡто ваҡытында сәсеү ҙә гектар ҡеүәтендә сағыла.Республика быйыл сәсеүлек майҙандарын түгел, ә етештерелгән уңыш күләмен арттырырға иҫәп тота. Ауыл хужалығы министрлығы ҡоролоҡҡа сыҙамлы культураларға өҫтәнләк бирергә саҡыра. Иҡтисади йәһәттән отошло кукуруз, рапс, люпин һәм ноҡот борсағы майҙандары арта. Шул уҡ ваҡытта баҫыуҙарҙа беҙҙең төбәк өсөн яңы үҫенте – борай культураһы сәселәсәк.