Республикаға Рәсәйҙең бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Мария Львова-Белова килде

Ул илдең бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәре өсөн кәңәшмә үткәрҙе.
  • Республикаға Рәсәйҙең бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Мария Львова-Белова килде

Светлана Пахтусова хеҙмәттәштәре менән алыҫ араларҙы яҡын итеп Хәйбулла районынан килеп еткән. Ул опека һәм попечителлек органы етәксеһе булып эшләй. Беҙҙең эштә иң ауыры етем балалар менән эшләү, сөнки үҙебеҙ әсә булараҡ йәлләйбеҙ һәм төрлө яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ, ти ул. Сараға дөрөҫ юлдан тайпылған әсәләр өсөн проекттары менән килгән улар.

Ә бына Фәнисә Бәҙретдинова 22 йыл Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балаларға ғаилә тәрбиәһе биреү үҙәге директоры булып эшләй. Беҙҙең хеҙмәтебеҙ балаларҙың яҙмышын яҙыу, шуға күрә ул үҙенсәлекле лә, ҡатмарлы ла, ти Фәнисә Малиҡ ҡыҙы. Рәсәйҙең бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәре съезына ул тәжрибә менән уртаҡлашырға килгән.

Ысынлап та, ата-әсә мөхәббәтенән мәхрүм ҡалған балаларҙың тормошон тап ошо сараға килгәндәр хәл итә. Шуға ла был өлкәлә Башҡортостанда яңынан-яңы ҡарарҙар ҡабул ителә. Был эштең һөҙөмтәһе булып республикала балалар йорттарының һаны һәм унда тәрбиәләнгән балаларҙың һанының кәмеүе тора. Балалар хоҡуҡтарын яҡлаусыларҙың төп маҡсаты – бәпестәрҙе ғаиләләргә урынлаштырыу.

Форумда балалар хоҡуҡтарын яҡлаусыларҙы борсоған һорауҙар күтәрелә. Ваҡыт уҙа, ваҡыт уҙған һайын яңынан яңы проблемалар килеп өҫтәлә. Шуға күрә ҡарарҙар ҡабул итеү, төрлө мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү бик мөһим. Съездың хөрмәтле ҡунағы Рәсәй Президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова. Ул был өлкәлә фиҙәҡәр хеҙмәт итеүселәргә Владимир Путиндың сәләмен еткерҙе.

Республикала ҙур ярҙам саралары һаҡлана. Башҡортостанда 200 меңдән ашыу ғаилә төрлө ярҙам ала. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, съезд сиктәрендә социаль етемлеккә баҫым яһала.Әлеге ваҡытта илдә ғаиләгә ярҙамды һәм социаль етемлекте иҫкәртеү буйынса төбәк саралар планы эшләп килә. Ул 3 яуаплы министрлыҡ тарафынан булдырылған. 25-се тапҡыр уҙғарылған съезд 3 көн дауам итәсәк.