Өфөлә төҙөлөп килгән «Әр-Рәхим» мәсетенең быйыл уҡ асылыуы ихтимал

Был хаҡта Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығы үҙенең сәхифәһендә хәбәр итә.
  • Өфөлә төҙөлөп килгән «Әр-Рәхим» мәсетенең быйыл уҡ асылыуы ихтимал

Объектта фасадтарҙы мәрмәр менән йөҙләү һәм быяла ҡуйыу эштәре бара, шунан һуң яйлап эске яҡты биҙәкләү башлана. Ҡайһы бер биналарҙы быйыл уҡ асыу мөмкинлеге ҡарала. Төҙөлөш бюджеттан тыш аҡса иҫәбенә алып барыла. Иман йорто 2006-сы йылда төҙөлә башлаһа ла, инвесторҙарҙың алмашыныуы сәбәпле өҙөклөктәр менән алып барылды. 2016 йылда эштәр бөтөнләй туҡтатылды. 2023 йылдың сентябрендә Радий Хәбиров төҙөлөштө яңыртыу буйынса кәңәшмә йыйҙы, унан һуң белгестәр объектҡа экспертиза үткәрҙе. 2024 йылдың апрелендә төҙөлөш эштәрен дауам итеү тураһында иғлан ителде.