Делегация составында – ҙур, урта һәм бәләкәй предприятиеларҙың 30-ҙан ашыу етәксеһе. Башҡортостан форум күргәҙмәһендә үҙенең ҡаҙаныштары менән таныштырҙы. Республика стендын Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров һәм Үзбәкстан Премьер-министры урынбаҫары Жамшид Ходжаев килеп ҡараны. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡунаҡтарға Үзбәкстан менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу, шул иҫәптән Ташкент өлкәһендә “Бекабад” индустриаль технопаркын төҙөү тураһында һөйләне.
Осрашыуҙар ойошторолдо һәм хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Буласаҡ резиденттар иҫәбендә — Башҡортостандың быраулау һәм ремонт-скважина ҡорамалдарын эшләүселәрҙең һәм етештереүселәрҙең береһе булған "Буринтех" компанияһы. Предприятиеның генераль директоры Ғиниәтулла Ишбаев скважиналарҙы быраулау һәм ремонтлау өсөн Үзбәкстанға яңы заманса ҡорамалдар килтереү буйынса проекттарҙы тикшереүҙәрен, был нефть һәм газ тармағының һөҙөмтәлелеген һәм техник йыһазландырыуҙы арттырырға мөмкинлек бирәсәген билдәләне.
Шулай уҡ Башҡортостан инвестиция идара итеү компанияһының генераль директоры Юлай Ильясов Ташкент өлкәһе Бекабад районы хәкиме Зәйнилобиддин Низаметдинов, "Бекабад инвестиция идара итеү компанияһы" дәүләт унитар предприятиеһы директоры Умид Умаров, ғилми-етештереү предприятиеһы директоры Темур Ғәлимов, Урал пружиналар заводы вәкиле Руслан Ғәйнетдинов һәм "Буринтех" ғилми-производство предприятиеһының генераль директоры Ғиниәтулла Ишбаев менән хеҙмәттәшлек тураһында документҡа ҡул ҡуйҙы.
Шулай уҡ Башҡортостан стенды янында Радий Хәбиров һәм Ташкент өлкәһе хокимы Зойир Мирзаев ҡатнашлығында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. "БашГлобалГрупп" компанияһының үҫеш буйынса директор урынбаҫары Абдулмалик Рәхимов һәм «PREMIER ELECTROTECH» предприятиеһы директоры урынбаҫары Раушан Бекчанов Башҡортостан Хөкүмәте менән инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу һәм үҙ-ара эш итеү тураһында ниәттәрен белдерҙе. Шулай уҡ, күргәҙмәлә Урал пружиналар заводы продукцияһы тәҡдим ителде. Предприятие эҫе һәм һалҡын ысул менән эшләнгән пружиналарҙың киң ассортиментын етештереүгә махсуслашҡан.
Форум сиктәрендә Радий Хәбиров Ташкент өлкәһе Бекабад районы хәкиме Зәйнилобиддин Низаметдинов менән осрашты. Яҡтар “Бекабад” технопаркын үҫтереүҙе – проектты ойоштороу шарттарын, потенциаль резиденттар пулын тикшерҙе. Өфөлә тәүге тапҡыр металлургия тау сәнәғәте форумы үтте.







