Флүр Рафиҡовҡа 79 йәш. 40 йыл ғүмерен ул трактор менән идара итеүгә бағышлаған. Шуға ла өлкән йәшкә еткәс аяҡтары ауырта башлаған. Әле ул таяҡҡа таянып хәрәкәт итә. Дауаханаларға барып йөрөүе Флүр ағайға ауырға төшә, шуға ла тыуған ауылына ул һаулыҡ поезы килеүен ишеткәс, әмәлен табып килеп еткән. Бында уға медицина хеҙмәткәрҙәре бөтә кәрәк булған тикшеренеүҙәрҙе үткәрҙе.
Суфыя Ғөбәйҙуллинаға 87 йәш. Ауылыбыҙға Һаулыҡ поездары беренсегә килә. Шуға ла беҙ һаулыҡты тикшертеп ҡалырға тырышабыҙ, ти ул. Акция сиктәрендә терпевт, хирург, кардиолог, акушер-гинекологтан медицина ярҙамы алырға мөмкин.
Зәлиә Иҙрисова 30 йылдан ашыу Балыҡлыкүл аулында фельдшер булып эшләй. Ошо ваҡыт арауығында бер юлы ошо тиклем халыҡтың килеүе тәүгелер, ти ул.
Акция сиктәрендә ижади төркөм дә һаулығын тикшереп ҡарарға булды.
Диагностик ярҙамды арттырыу һәм хроник инфекцион булмаған ауырыуҙарҙы һәм уларҙың хәүеф факторҙарын иртә асыҡлау маҡсаты менән 2026 йылдың 13 апреленән Башҡортостан Башлығы тарафынан «Сәләмәт Республика – сәләмәт төбәк» акцияһы старт алды, ул ағымдағы йылдың 11 сентябренә тиклем дауам итәсәк. Сара Республикала 2019 йылдан алып үткәрелә. 7 йыл эсендә белгестәр 820 меңдән ашыу ҡабул итеү үткәрә, шуларҙың 2 меңдән ашыуы яман шешкә, 4 меңдән ашыуы шәкәр диабетына, 200 – ҙән ашыуы туберкулезға, 9 меңдән ашыуы юғары ҡан баҫымы менән бәйле ауырыуҙар асыҡлана.
Хәүәриә Ҡаһармановаға 80 йәш. Ул байтаҡ йылдар төҙөлөш өләһендә, плитә һалыусы булып эшләгән. Хәүәриә ҡыҙы тыны ҡыҫылып бик ыҙалап йөрөгән, урамға сығып урап инеүе лә уға бик ауырға төшкән. 2025-се йылда ул һаулыҡ поезына бара, уға йөрәген тикшертергә республиканың кардиоүҙәгенә юллама бирәләр. Кәрәк булған тикшеренеүҙәр һәм анализдар тапшырғандан һуң Хәүәриә Мөхлис ҡыҙының йөрәгенә 2 тапҡыр стент ҡуялар. Шунан һуң тормошом яҡшы яҡҡа үгәрҙе, ти ул. Хәүәриә Мөхлис ҡыҙы тормош иптәше менән 2 балаға тормош биреп аяҡҡа баҫтырған. Хәҙер улар бергәләп гөрләтеп донъя көтәләр.







