Башҡортостанда сәсеү кампанияһы старт алды

Эштәр республиканың 16 районында башланған да инде.
  • Башҡортостанда сәсеү кампанияһы старт алды

Был турала үҙ сәхифәһендә Радий Хәбиров хәбәр итте.

Миәкә районында – бойҙай, һоло һәм көнбағыш, Көйөргәҙелә һоло һәм арпа сәсәләр. Быйыл яҙғы культуралар өсөн — 2 миллион гектарҙан ашыу, ужым культуралары өсөн — 300 мең гектар самаһы ер бүленә. Яҙғы культуралар майҙаны яҡынса 56 миллион гектар тәшкил итә. Баҫыуҙарға 12 мең трактор һәм 5 мең ауыл хужалығы техникаһы сыға. Хужалыҡтар орлоҡтар менән тәьмин ителгән. Республика башлығы аграрийҙарға яҡшы һауа торошо, мул уңыш теләне һәм уларҙың ауыр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.