Бөтә министрҙарҙы аяҡҡа баҫтырған ҡыҙҙар

Башҡортостан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам буйынса барлыҡ программаларҙы ла тулыһынса бойомға ашырасаҡ. Был турала республика башлығы Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.
  • Бөтә министрҙарҙы аяҡҡа баҫтырған ҡыҙҙар

Радий Хәбиров әйтеүенсә, Республика Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән һәр пунктҡа тейешле иғтибар бүлә. Ултырышта ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин сюжеты.

Республика менән идара итеү үҙәгендә бөтә министрҙарҙы аяҡҡа баҫтырған осраҡтар бик һирәк. Ғөмүмән, юҡ кеүек тә. Ә бына хоккей буйынса «Ағиҙел» командаһы ҡыҙҙары үҙҙәренең матурлығы һәм батырлығы, шул уҡ ваҡытта етенсе тапҡыр үҙ лигаһында еңеүсе булып танылыуы ысынлап та, хөрмәткә лайыҡ.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың «Салауат Юлаев» командаһына ла мөрәжәғәте юҡ түгел. Республика етәксеһе клубтың иң юғары һөҙөмтәләр күрһәтәсәгенә ышана. Тик әҙерлек спорт өлкәһенә генә ҡағылмай.

Башҡортостан башлығы Стәрлетамаҡ заводтарына дрондар һөжүменә бәйле хәлдәргә аныҡлыҡ индерҙе.

Радий Хәбировтың тағы бер белдереүе үтә мөһим. Әгәр республика халыҡ-ара бәйләнештәргә иғтибарын юғалтһа, Башҡортостан иҡтисады бер ниндәй килемгә өмөт итә алмай. Табыш ноль буласаҡ.

Башҡортостандағы «Сәләмәтлек поездары»ның тәүге һөҙөмтәләре лә иғлан ителде оператив кәңәшмәлә. Ҡыҙғанысҡа күрә, һандар ҡыуандырмай. Республика халҡының һаулығына яман сирҙәр хәүеф менән янай.

Республика башлығы Өфөнөң торлаҡ — коммуналь хужалығыдөрөҫөрәге баш ҡала халҡын хеҙмәтләнереү менән ризаһыҙлыҡ белдерә. Миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡалала көндәлек ҡалдыҡтарҙы полигондарға сығарыуҙа ҡатмарлыҡтар бар. Дөрөҫөрәге, ошо эш менән шөғөлләнгән компания үҙ вәкәләттәренә яуаплы ҡарамай.

Башҡортостан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам буйынса программаларҙы тулыһынса бойомға ашырасаҡ. Республика Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән һәр бер пунктҡа тейешле иғтибар бүлә. Вице-премьер Рөстәм Хәбибов билдәләүенсә, тиҙҙән ошо категория граждандарға реабилитация өсөн айырым үҙәк буласаҡ. Уның өсөн «Талҡаҫ» шифаханаһы үҙгәртеп ҡорола.

Республикала йәнә бер статистика күрһәткесе аталды. «Йәшел Башҡортостан» акцияһында 50 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Был турала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованов белдерҙе. Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, был шәмбе тағы бер ҙур өмә көтөлә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров туғыҙынсы майға бәйле тантаналар тураһында ла белдереү яһаны. Байрамдың бер өлөшөнөң сикләнеүе лә бар. Республика етәксеһе тиҙҙән ҙур телмәр менән сығыш яһарға тейеш. Башҡортостан башлығы «Һанлы тигеҙлек» буйынса мәғлүмәттәр иғлан итә. Телмәрҙе Радий Хәбиров шәхсән яҙа.