Аксаков урамындағы 7-се йортта бер нисә йыл дауамында канализация менән проблемалар була. Йорт инженер селтәрҙәрен һәм һыу ағыҙыу торбаларын алыштырыуҙа мохтаж ине. Уңайһыҙлыҡтан йонсоған йорт халҡы, яраҙам һорап беҙҙең телеканалға ла мөрәжғәт иткәйне. Беҙҙең хәбәрселәр был хәлде асыҡлап, халыҡтың үтенесен еткерергә тырышты. Хәҙер, ярты быуат ремонт күрмәгән йортта капиталь ремонт эштәре башлана. Тулыраҡ Гөлфиә Мәҡсүтова әҙерләгән сюжетта.
2025–се йылдың февралендә Аксаков урамындағы етенсе йортта йәшәүселәр подвалдан сыҡҡан еҫтән арып, өмөтһөҙлөктән беҙҙең телеканалға мөрәжәғәт иткәйне. Беҙ 50 йылдан ашыу элек төҙөлгән, баш ҡала үҙәгендәге күп ҡатлы йорттоң бер тапҡыр капиталь ремонт күрмәгәненә шаһит булдыҡ. Ярты быуат эсендә хәл ителмәгән байтаҡ мәсьәләләр ҙә йыйылып киткәйне. Йортта йәшәүселәр аварияларҙың йыш булып тороуына, крандарҙа һыу булмауына, ә подвалдаҙа бөтөнләй һаҙлыҡ барлыҡҡа киләүенә зарланды.
Халыҡтың күп мөрәжәғәте, үтенесе яуапһыҙ ҡала килгән. Әммә, аһ-зарға тик Халыҡ фронты активистары ғына иғтибар иткән. Ниһәйәт, быйыл йортта һыу менән тәьмин итеү системаларын капиталь ремонтлау эштәре башлана. Тутыҡҡан һыуҙан арыған фатир хужаларына, хәҙер ярты сәғәтләп һыу ағыҙыу кәрәкмәйәсәк. Тиҙҙән таҙа һыу яңы торбалар аша киләсәк. Һыу менән тьәмин итеү сифатын яҡшыртыр өсөн, элекке тутыҡҡан торбалар урынына, заманса полипропелен торбалар ҡуйыла. Һаҙлыҡ урынында йәнә подвалдың таҙа иҙәндәре, тиҙҙән эштәр бөтөп йортта һыу менән тәьмин итеүсе яңы система эшләй башлаясаҡ.
Тиҫтә йылдар буйы үҙҙәрен һаҙлыҡта йәшәгән кеүек итеп тойған фатир хужалары өсөн, ремонт башланыуы шатлыҡлы күренеш. Ремонт эштәре 2026 йылдың сентябренә тиклем дауам итәсәк.







