Быйыл Башҡортостанда мең саҡырымда юлдар төҙөкләндереләсәк

Тулыраҡ: Быйыл Башҡортостанда мең саҡырымда юлдар төҙөкләндереләсәк

Быйыл Башҡортостанда мең саҡырымда юлдар төҙөкләндереләсәк.

Көндәр йылытыу менән күләмле эш башланасаҡ. Әлегә водителдәр ҡала эсендә булһынмы, оло юлда булһынмы-соҡорло юлдарҙан йөрөргә мәжбүр. Ни өсөн ҡар менән бергә асфальт та ирей һуң? Рафаэль Сиростиновтың һәр иртәһе соҡорҙарҙы урап үтеүҙән башлана. Сипайлово биҫтәһенең Яр буйы урамында йәшәүсе автоһәүҫкәр генә түгел, ә бөтә микрорайон водителдәре өсөн дә быйылғы яҙ ҙур һынауға әйләнде. Өфөлә хәҙер ҡар менән асфальттың бергә иреүе бер кемде лә аптырашта ҡалдырмай. Баш ҡала юлдары тик соҡорҙарҙан тора тип әйтһәк тә, хата булмаҫ. Әгәрҙә соҡорҙоң тәрәнлеге 5, оҙонлоғо 15, киңлеге 60 сантиметрҙан ашҡан урында машина зыян күрә икән, дәүләт стандарттарына ярашлы автоһәүәҫкәр законлы рәүештә машинаны ремонтлауға аҡса талап итә ала. Машина алған зыяндың уртаса ремонтлау хаҡын сығарғанда ла — ул кәм тигәндә 3000 һум. Мәҫәлән тәгәрмәсте төҙәтеү бөгөн – мең һум тирәһе, бампер – 5000, автомобиль терәктәре ике мең ярым һум.. Быларҙың барыһы ла йыш боҙола торған деталдәр. Ә бындай хәл һәр автоһәүәҫкәр менән булыуы ихтимал.Башҡала хакимиәте сайтындағы “соҡорло юлдар” картаһына көнөнә тиҫтәләгән ғариза ҡабул ителә. Юлдарҙы төҙөкләндереү эштәре тәүлек әйләнәһенә бара. Тик әлегә соҡорҙар тәү сиратта халыҡтың мөрәжәғәт иткән урындарында ғына ямала.Өфө соҡорҙары хәҙер баш ҡала брендына ла әйләнә бара. Мегаполис юлдарын ремонтлау, әлбиттә, сығымлы эш. Бюджет был йәһәттән милилардтарса һум аҡса бүлергә мәжбүр. Тик был соҡорҙар ябай водителдәр, тимәк, халыҡ кеҫәһен һайығайтырға ғына тейеш түгел.