Өфөнөң йәштәр эштәре буйынса комитеты һәм «ИНДИГО» үҙәге хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия үткәрә. Һорауҙарға Башҡортостан хәрби комиссариаты вәкилдәре һәм психологтар яуап бирәсәк. Шылтыратыуҙар 12 апрелдә (347) 223-22-11 номеры буйынса көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 5-кә тиклем ҡабул ителә. Быйыл яҙғы саҡырылышта Башҡортостандан биш меңдән ашыу егет Рәсәй Ҡораллы көстәренә алынасаҡ. Саҡырылыш 1 апрелдә башланды һәм 15 июлгә тиклем дауам итә.
Хәрби хеҙмәткә саҡырылыш мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия
Тулыраҡ: Хәрби хеҙмәткә саҡырылыш мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия