«Умартасылыҡ тураһында» республика законына төҙәтмәләр ҡабул ителде

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай «Умартасылыҡ тураһында» республика законына төҙәтмәләр ҡабул итте.

Үҙгәрештәр бал ҡорттарының күпләп һәләк булыуына юл ҡуймау өсөн умартасыларға пестицидтар ҡулланыу тураһында мәғлүмәт биреү ваҡытын аныҡлай һәм тәртибен камиллаштыра.

Был мәғлүмәт киң мәғлүмәт саралары аша таратылырға, шулай уҡ пестицидтарҙы һәм агрохимикаттарҙы күҙәтеү федераль дәүләт мәғлүмәт системаһында урынлаштырылырға тейеш. Башҡортостанда бал ҡорттарының ағыуланыуына юл ҡуймау тураһында ике йыл дауамында дискуссиялар бара. Ул саҡта депутаттар киң мәғлүмәт сараларында был мәғлүмәт сәсеүлектәрҙе химик эшкәртеү эше башланыуға 10 көнд алдараҡ һәм 5 көндән дә һуңға ҡалмайынса еткерлергә тейеш, тигән норманы раҫлағайны. Быға тиклем республиканың төрлө райондарында бик күп кенә умартасыларҙың бал ҡорттары һәләк булғайны.