Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркын төҙөү

Республика башлығы видеоэлемтә аша Тажикстандың сәнәғәт һәм яңы технологиялар министры Шерали Кәбир менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.

Унда берлектәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу һәм ике аралағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү йүнәлештәре тикшерелде.

Дүшәнбелә Рәсәй-Тажикстан идустриаль паркын төҙөү көн тәртибенә сығарылған төп мәсьәлә ине. Рәсәй һәм Тажикстан Хөкүмәттәре ошо туралағы килешеүгә былтыр мартта ҡул ҡуйғайны. Проектты ғәмәлгә ашырыуҙа Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы ла ҡатнаша. Еңел һәм металлургия сәнәғәте, станоктар эшләү, медицина ҡорамалдары етештереү Индустриаль парктың төп эш йүнәлештәре буласаҡ. Ултырышта шулай уҡ туризмды үҫтереү юлдары ла тикшерелде.