Сара сиктәрендә күтәрелгән һорауҙар хаҡында хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина яҙмаһы.
Осрашыуҙар беҙҙең халыҡ өсөн ғәҙәти булған һаулыҡ һорашыуҙан башлана. Башҡортостандың Конститутция советы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев журналистарға хеҙмәттәштәр, тип өндәшә. Юҡҡа ғына киң мәғлүмәт сараларын властың дүртенсе тармағы тип йөрөтмәйҙәр. Ил һәм төбәк кимәлендәге төрлө дәүләт власы, хоҡуҡ һаҡлау органдары көнүҙәк һорауҙары хәл итеү буйынса мәғлүмәтте халыҡҡа тап телевидение, радио, гәзит һәм журналдар ярҙамында еткерә.
Республиканың Конституция Советының төп бурыстарының береһе – төп законды халыҡҡа еткереү, аңлатыу. Конституция советы өс йыл элек бөтә ил Буйынса Конституцион судтар бөтөрөлгәндән һуң булдырыла. Рәсәйҙең дүрт төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, субъекттарҙың закондар сығарыу органдары ҡарамағында эшләгән конституцион советтар барлыҡҡа килә. Уның бурыстарына республика халҡының конституцион хоҡуҡтарын һәм Конституцияның үҙен яҡлау инә.
Һәр кеше үҙенең хоҡуҡтарын һәм бурыстарын белергә тейеш. Был йүнәлештә мәктәп балалары, урта һәм юғары белем биреү усаҡтарында ҡыҙыҡлы формала конституцион нигеҙҙәрҙе өйрәнеүгә йүнәлтелгән уйын конкурстары ойошторола. Хатта бәләкәстәр араһында ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн «Балалар күҙлегенән Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы», шулай уҡ төп законды үҙ эсенә алған бер ус ҙурлығындағы китапсыҡ халыҡ араһында киң таралыу алған. 2025-се йылдың ноябрь айында Хоҡуҡи мәғлүмәт. Хоҡуҡи белем биреү тигән закон ҡабул ителә.
Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә алды. Конституция Советы етәкселеге киләсәктә лә киң мәғлүмәт саралары менән тығыҙ рәүештә эшләрбеҙ тигән ышаныс белдерҙе.






