Рәсәй парламентаризмы көнө

Республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров депутаттарҙы һәм дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай хеҙмәткәрҙәрен Рәсәй парламентаризмы көнө менән ҡотланы.

120 йыл элек тәүге Дәүләт Думаһы эшләй башлаған. Парламент-ултырыштар һәм протоколдар ғына түгел. Ул миллионлаған кеше өсөн киләһе көндөң нисек буласағы хәл ителгән урын. Был эште Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай алып бара. Хөкүмәт менән бергә депутаттар иң мөһим башланғыстар өҫтөндә эшләй. Үткән йыл ике сессияла 222 закон проекты ҡаралып, шуның 151 закон итеп ҡабул ителгән.

Тағы ла 15 башланғыс Дәүләт Думаһына ебәрелгән. Башҡортостан тауышы федераль кимәлдә лә яңғырай, республикала йәшәүселәрҙең мәнфәғәттәре иҫәпкә алына. Былтыр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларын яҡлау буйынса 4 закон ҡабул ителгән. Меңләгән ғаилә еңел булмаған осорҙа аныҡ ярҙам алды. Был йәһәттән парламент рәйесе Константин Толкачевтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Уның етәкселегендә депутаттар берҙәм һәм яуаплы эшләй, тигән Андрей Назаров.