Ғәскәровсылар «Салтанат» менән берлектәге концерт күрһәтте

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең Һәм Ҡаҙағстан Республикаһының «Салтанат» Дәүләт бейеү ансамбленең берлектәге концерты үтте.
  • Ғәскәровсылар «Салтанат» менән берлектәге концерт күрһәтте

Өфө тамашасылары Башҡортостандың һәм Ҡаҙағстандың данлыҡлы коллективтарының оҫталығын ғына баһалап ҡалманы уларҙың мәҙәни традицияларының берҙәмлеген тойоу мөмкинлегенә лә эйә булды. Ғәскәровсылар кисәне «Зарифа» башҡорт бейеүе менән асып ебәрҙе. Программаға башҡорт хореографияһының танылған ынйылары – Фәйзи Ғәскәровтың алтын фондынан композициялар һәм ансамбль репертуарынан башҡа сағыу бейеүҙәр инде. Икенсе бүлектә сәхнәгә «Салтанат» ансамбле сыҡты. Ҡунаҡтар Өфө тамашасыһына Ҡаҙағстандың хореография мәҙәниәте мираҫын, шулай уҡ Азия халыҡтарының, монгол, уйғыр, тажик, ҡытай һәм башҡа милләт бейеүҙәрен тәҡдим итте.

«Салтанат» — милли хореография сәнғәтен лайыҡлы сағылдырған һәм бай мәҙәни мираҫты донъя хореографияһының күп төрлөлөгө менән берләштергән ансамбль. Был Ҡаҙағстандың 70 йыллыҡ тарихы булған алдынғы хореография коллективтарының береһе. Уның репертуарында халыҡтар дуҫлығы, мөхәббәт, берҙәмлек һәм татыулыҡ идеяларын сағылдырған 150-нән ашыу бейеү бар.