Валерий Гергиевтың 25 — се Мәскәү пасха фестивале сиктәрендә, Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында сағыу концерт ойошторолдо. Маэстро етәкселегендә Өфө сәхнәһендә Мариин һәм Ҙур театрҙарҙың берләштерелгән симфоник оркестры сығыш яһаны. Өфө өсөнсө йыл рәттән илдең иң ҙур музыкаль фестивалдәренең береһен ҡабул итте. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта.
Музыканттарҙы һәм инструменттарҙы алып килгән махсус поезд, концертҡа теүәл ете сәғәт ҡалғас — көндөҙ килеп етте. Шулай итеп, Мәскәү пасха фестивале маршруты Өфөлә дауам итте.
Сергей Прокофьевтың беренсе симфонияһы. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының тамаша залында — тынлыҡ. Сәхнәлә Валерий Гергиев етәкселегендәге Мариин һәм Ҙур театрҙарҙың йыйылма оркестры.
Рәсәйҙең иң ҙур музыкаль фестивалдәренең береһен Өфөлә уҙғарыу матур йолаға әүерелгән. 13 йыллыҡ тәнәфестән һуң тәүге тапҡыр сара 2024 йылда ойошторолдо. Илдең ике бөйөк оркестры музыканттарын берләштергән үҙенсәлекле коллектив та тап ошо йылда барлыҡҡа килде. Мариин үҙенең тарихын Санкт-Петербург Император операһының беренсе оркестрында башлаған. Тамашасылар араһында ғаиләһе менән Республика башлығы ла бар ине. Шулай уҡ был көндө Радий Хәбиров Валерий Гергиев менән дә осрашты. Быйыл музыканттар 20 мең саҡрымдан ашыу юл үтәсәк. Ҡырҡ ҡалала туҡталырға ниәтләй һәм был программаның тик симфоник өлөшө генә. Музыканттарҙың алда тағы ла 20-гә яҡын концерты бар. Өфөнән һуң Уларҙы Ырымбурҙа көтәләр.






