Шул арҡала Иҙел яры төҙөкләндерелә.
Ришат Вәлиев 20 йыл ғүмерен хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итеүгә бағышлаған. Дүртөйлө районының Ағиҙел яры буйында рус-япон һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарға бағышланған һәйкәл тора. Баҡтиһәң, Порт Артурҙы яҡлауҙа байтаҡ ҡына Дүртөйлө егеттәре ҡатнашҡан, уларҙың исемдәре ташҡа уйылып яҙылған.
Тарихи яҡтан был урын төбәктең һыу ҡапҡаһы булып тора: бында тәүге пароходтар килеп туҡтаған, сауҙагәрҙәр илдең үҙәк һәм көньяҡ райондарына баржаларҙа провизия ебәргән, ә революциянан һуң пристань ҙур иген ҡабул итеү пунктына әйләнгән.Ысынлап та, Дүртөйлө районында йәшәгән һәр кеше өсөн Ағиҙел яры бик яҡын. Бындағы ҙур монументаль һәйкәл дә йылғаға ҡарап тора, сөнки...
Шулай уҡ бында Әфғанстандан ғәскәрҙәр сығарылыуға бағышланған һәйкәл дә үҙ урынын алған. Хәбри алыштарҙа Дүртөйлөнән 500 ашыу кеше ҡатнашҡан. Уларҙың 17 мәңгелеккә Әфғанстан ерлегендә ҡалған. Ошо тимерҙән эшләнгән йәш егет тәнен аямай тыныслыҡ өсөн ҡанын түккән бар һалдаттарҙыү йыйылма образы булып тора.
Ағиҙел буйы һәр Дүртөйлө кешеһенең яратҡан урыны. Ҡасандыр бында аҡастар һәм ҡыуаҡтар ғына үҫеп ултырған. Шуға ла 2022-се йылда Дүртөйлө ҡалаһы «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» милли проектының бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү буйынса бөтә рәсәй конкурсында еңеү яулай. Шул арҡала 2024-се йылда ҡаланы Иҙел яр буйын төҙөклөндереү үткәрелә. Биләмә төрлө зоналарға бүленгән, һәйкәлдәр янында тыныслап һауа алырға мөмкин, алыҫыраҡ барһаҡ физик күнекмәләр, йүгереү һәм велосипедта йөрөү юлдары бар. Күләмле саралар барыһы ла ошонда үтә. Был урын тураһында ҡыҙыҡлы факттар ҙа бар.
«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» милли проекты буйынса киәсәктә лә Башҡортостаныбыҙҙың төрлө ҡала һәм райрондары яңы һулыш алып йәшәүен дауам итер.






