Өфөгә был миҙгелдәге беренсе күп палубалы теплоход килде

Ул Дуҫлыҡ монументы янында туҡтаны.
  • Өфөгә был миҙгелдәге беренсе күп палубалы теплоход килде

Ҡунаҡтарҙы һый-хөрмәт, йыр һәм бейеү, төрлө уйындар менән ҡаршы алдылар. Туристар өсөн баш ҡала буйлап экскурсия ла ойошторола.

Өфөгә күп палубалы теплоходтар 2022 йылдан килә башланы. Маҡсаты — Башҡортостанға күберәк туристар йәлеп итеү, республика тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән таныштырыу. Ошо арауыҡта баш ҡалаға төрлө палубалы 50 судно һәм меңәрләгән кеше килгән.

"Виссарион Белинский" теплоходы 301 проекты буйынса Германияла төҙөлгән һәм заманса навигация ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. Һәр сәйәхәтсе үҙенең бюджетына ҡарап маршрут һайлай ала. Турҙар 2 көндән 23 көнгәсә тәҡдим ителә. Ике көнлөк сәйәхәт бер кешегә 13-16 мең һумғаса төшә. Ә бына Ҡазан-Һамар-Пермь-Ҡазан маршруты буйынса 10 көнлөк сәфәр 77 мең һумдан башлана.

Өфөнөң йылға транспорты ла Трамплин, Дудкин, Сипайлово, Козарез туҡталыштарында туҡтап, халыҡты, күберәген баҡсасыларҙы хеҙмәтләндерә башланы. 9 майҙа суднолар хәрби парадҡа теҙеләсәк.

Уҙған йылда Өфөгә теплоходтар апрелдә килде. Май байрамдарында, шулай уҡ май дауамында һәм июндең 20-нә тиклем халыҡты ҡыуандырҙы. Баш ҡалала йәшәүселәр суднолар менән танышты, ә унда йөҙөп килеүселәр Өфөнөң матур өлөштәрен ҡараны, иҫтәлекле, тарихи урындарында булды.

Дуҫлыҡ монументы янында "Виссарион Белинский" исемендәге 4 палубалы техлоход киске сәғәт 8-гә тиклем тора. Түбәнге Новгородтан юлға сыҡҡан судноны артабан «Александр Пушкин», «Юрий Никулин», «Михаил Кутузов», «Рәсәй» һәм «Антон Чехов» исемдәрен йөрөткән теплоходтар алмаштыра. Өфөгә күп палубалы теплоходтар 28 майға тиклем киләсәк, тип көтөлә.