Республика башлығы Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау барышы менән танышты һәм күсмә кәңәшмә үткәрҙе

Художество академияһы фондының реставрация төркөмө етәксеһе Андрей Кудрявцев әйтеүенсә, белгестәр скульптураны буяуҙан таҙартҡан һәм уның бик насар хәлдә икәнен асыҡлаған.
  • Республика башлығы Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау барышы менән танышты һәм күсмә кәңәшмә үткәрҙе

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, скультураны эшләгәндә ҡулланылған суйындың сифаты бик шәптәр түгел. Ул хатта ҡойола башлаған.

Республика башлығы әйтеүенсә, беҙ милли геройыбыҙ һәйкәле үҙенең урынына ҡайтып тағы ла йөҙҙәрсә йыл торһон өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.