Зөбәйер Әбдрәхимов бына инде 5 йыл Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында янғын бүлеге етәксеһе булып хеҙмәт итә. Шулай уҡ ул 4 йыл дауамында 25 тапҡыр Махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау менән барған һәм сик буйынан яугирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәъмин итеп тыуған яҡҡа тиклем оҙатып алып ҡайтҡан. Рәсәйҙең янғындан һаҡлаусылар көнө уңайынан Башҡортостан башлығы ир-уҙаманға рәхмәт хаты тапшырҙы.
Янғын һүндереүселәр –иң ҡыйыу һөнәр эйәләре. Улар һәр ваҡыт хәүефһеҙлек һағында. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә, янғындарҙа кеше ғүмере өсөн көрәшә. Статистика буйынса, йыл һайын янғын һүндереүселәр 1000-дән ашыу кешене ҡотҡара.
Сара сиктәрендә республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарына 25 берәмек махсус техника оҙатылды. Улар араһында янғын һүндереү өсөн кәрәкле һыу цистерналары, янғын һүндереү машиналары, 3 Урал, шулай уҡ...
Башҡортостанда янғындан ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһы ла әүҙем эшләй.







