Уҡытыусы-марафонсының маҡсаты — яман шеш менән яфаланыусы бәләкәй пациенттарға ярҙам итеү.
Владимир Паращенко исемендәге 51-се белем биреү үҙәгенең физик культура, хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре уҡытыусыһы Тимур Салауат улы Хәйруллин уҡыусыларында ла спортҡа һөйөү тәрбиәләй. Белем йортоноң баскетбол командаһында шөғөлләнеүсе балалар ҙа тренерҙары тураһында ғорурланып һөйләй.
Тимур Хәйруллин – уҡыусылары өсөн тренер, уҡытыусы ғына түгел, ә йәшәү өлгөһө лә. Сөнки уның өсөн марафонда ҡатнашыу — спорт ярышы ғына түгел, ә яҡшылыҡ эшләү һәм мохтаждарға өмөт бүләк итеү мөмкинлеге лә.Яман шеш менән ауырыған балаларға ярҙам итеү теләге, моғайын, үҙем дә ошо уҡ сиргә дусар булғас көсәйгәндер, ти Тимур Салауат улы.
Әйткәндәй, хәйриәлек менән шөғөлләнергә ирҙе актер Константин Хабенскийҙың миҫалы дәртләндергән. Тимур «Юғалтыуҙар юҡ» хәйриә фонды менән берлектә видеоролик төшөрә. Сирҙе еңеү, төшөнкөлөккә бирелмәү, бер нигә ҡарамай спорт менән шөғөлләнеү – Тимур Хәйруллинға киләсәк быуын өсөн өлгө булырға тағы ла нығыраҡ этәргес бирә. Тимур Салауат улы 2024-се йылда үҙенең беренсе "Изге йөрәк" хәйриә уҙышын тормошҡа ашырырға ҡарар итә. Һәм бер ярышты Республика балалар клиник дауаханаһының Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгендә дауаланған балаларға арнарға теләйем, ти ул. Йыйылған аҡсаға бәләкәй пациенттар өсөн кәрәкле дарыуҙар һатып алына. Бындай акциялар спорттың һәм сәләмәт йәшәү рәүешенең мөһимлеген билдәләүҙән тыш, мохтаждарға ярҙам итеү өсөн берләшмәнең көсөн һәм әһәмиәтен сағылдыра.






