Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны Рубин Исак Арон улын тәбрикләнеләр

Өфөлә Ветерандар йорто алдында Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны Рубин Исак Арон улын тәбрикләнеләр.
  • Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны Рубин Исак Арон улын тәбрикләнеләр

Уның өсөн махсус парад ойошторолдо. 97 йәшлек хәрби музыкант оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тантаналы маршты үҙе ҡабул итте.

97 йәштә булыуға ҡарамаҫтан, Исак Аронович музыка ҡоралдарында уйнай. Әүҙем тормош алып бара. Һуғыш уның үҫмер йылдарына тура килә, дәһшәтле йылдар хәтерендә мәңгегә уйылып ҡалған. Мәктәп йылдарында Исак Рубин скрипкала уйнарға өйрәнә. 1943-сө йылда Севастополь команда училищеһының музыкаль взводы тәрбиәләнеүсеһе булып китә. Бында йәш музыкант 1944 йылдың сентябренә тиклем хеҙмәт итә. Исак Аронович йәшәгән йорт алдына өс йөҙҙән ашыу кеше йыйылып уға хөрмәт һәм рәхмәт белдерҙе. Парадта хәрбиҙәр, Росгвардия кадеттары, Юнармия курсанттары, шулай уҡ Шайморатов кластары уҡыусылары ҡатнашты. Бөйөк Ватан Һуғышында еңеүҙең 80 йыллығын билдәләү алдынан, Бөтә Рәсәй буйынса Ветеран йорто алдында парад акцияһы башланды. Был акция 2019 йылдан алып һәр йыл Еңеү көнө алдынан уҙғарыла. Ойоштороусылар әйтеүенсә, акция матур йолаға әйләнде. Хәрби музыкант Исак Рубин өсөн концерт программаһы ла ойошторолдо. Һәләтле йәштәр йөрәккә таныш көйҙәр, йырҙар башҡарҙы. Бындай акцияларҙа ҡатнашыу егет-ҡыҙҙарҙа ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уята. Һәр ҡотлауҙы ветеран иғтибар менән тыңланы. Илебеҙ алдында торған һынауҙы уңышлы үтеренә, еңеү беҙҙеке булырына ышана ветеран.