Быйыл Рәсәй буйынса кампанияға 40 мең ойошма йәлеп ителә. Йәғни, 6 миллион бала һаулығын нығытасаҡ. Башҡортостанда быйыл йәй 1 мең 940 лагерь эшләйәсәк, уларҙа 200 мең бала, шул иҫәптән Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан 600 бала ял итәсәк. Дөйөм алғанда, республикала төрлө формалар ҡулланып 443 мең баланың ялын ойоштороу ҡарала.
Балаларҙың йәйге ялы
Йәйге сәләмәтлекте нығытыу кампанияһы барышында именлекте тәъмин итеүгә төп иғтибар биреләсәк.







