Рөстәм Хәмитов республика халҡы һорауҙарына яуап бирәсәк

Тулыраҡ: Рөстәм Хәмитов республика халҡы һорауҙарына яуап бирәсәк

Башҡортостан башлығы менән һөйләшеү 13-сө апрелдә киске сәғәт етелә була. Тура эфирҙа барасаҡ тапшырыуҙы Рәсәй-Башҡортостан, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Бөтә Өфө һәм РБК телеканалдары, Рәсәй-Башҡортостан һәм Спутник ФМ радиолары транслациялай. Быйыл аралашыу яңы форматта үтәсәк. Студияға журналистар менән берлектә төрлө өлкәнән белгестәр ҙә саҡырыла. Башҡортостан башлығына теләгән һәр кем үҙен борсоған һорауын бирә ала. Рөстәм Хәмитовҡа Башҡортостан халҡы бөгөнгә 6 меңдән ашыу һорау ебәреп өлгөргән. Уларҙың иң мөһимдәренә яуаптарҙы иртәгә тура бәйләнеш ваҡытында ишетергә мөмкин. Бер нисә район менән тура бәйләнеш тә булдырыла. Кол үҙәккә килгән һорауҙар исемлеге киңәйгәндән киңәйә, ә халыҡты борсоған мәсьәләләр араһында төрлөләре бар. Айырыуса – төҙөлөшкә аҡса һалып алданыусылар әүҙем. Сөнки бер яҡтан да ярҙам һәм яҡлау тапмаған кешеләр республика етәксеһенә мөрәжәғәт итеп, үҙ мәсьәләренең хәл ителеренә өмөтләнә. Был һөйләшеү властың барлыҡ тармаҡтары иғтибарында. Парламентарийҙар өсөн халыҡ һорауҙары яңы закон проекттарына нигеҙ буласаҡ.Республика буйынса тиҫтәгә яҡын күсмә телевизион бригадалар эшләйәсәк. Улар аша үҙәктән йыраҡ урынлашҡан район-ҡалаларҙа йәшәүселәрҙе борсоған мәсьәләләрҙе ишетеү, иң мөһиме уны хәл итеү юлдарын белеү мөмкинлеге бар. Башҡортостан Башлығы менән тура эфирҙағы әңгәмәгә килгән һорауҙар һаны 6 меңгә етте. Уларҙың күпселеге телекомпанияларҙың рәсми сайттары аша ҡабул ителгән, ҡыҙыу линияға шылтыратыусылар ҙа байтаҡ – 2 мең кеше.Рөстәм Хәмитовтың тура эфирҙа халыҡ менән әңгәмәһе иртәгә киске сәғәт 7-лә башлана. Һорауҙарҙы ҡыҙыу линияға 8-800-550-95-07 телефоны буйынса шылтыратып ҡалдырырға мөмкин.