Юлиә Федоровна әсәһенең һеңлеһе, бер туған инәһе тураһында ҙур ғорурлыҡ менән һөйләй. Александра Леонтьевнаның һәр бер фотоһын ҡәҙерләп һаҡлай, һәр бер һүрәттең тарихын белә.
Германия СССР-ға һөжүм иткәндән һуң совет халҡы дәррәү тыуған илен яҡларға ынтыла. Кемдер немецтар менән туғандары һәм яҡындары өсөн иҫәпләшеү өсөн фронтҡа ашыға. Кемдер тылда бил бөгә. Бойколар ҙа ситтә ҡалмай. 1942 йылда Иван Бойко, иң яҡшы шофер булараҡ, фронтҡа ебәрелгән дальстрой делегацияһы составына индерелә.
Йәштәрҙе яңы төҙөлгән танкта һуғышырға ебәрәләр. Александра Леонтьевна Бойко танк командиры итеп тәғәйенләнә. Ә уның ире Иван Федорович Бойко механик-водитель була. 5-се танк корпусы составындағы 48-се айырым гвардия ауыр танк полкында хеҙмәт итәләр.
Ҙур алыштарҙың береһендә Александра Бойко "Тигр" танкын, пулемет уты менән 20-гә яҡын немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Үҙе лә ҡаты яралана.
Александра Бойконың нәҫелен дауам итеүсе балаалры булмаһа ла, ҡурҡыу белмәҫ танк командиры тураһында яҡындары ғорурланып һөйләй...
Александр I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, ә ире Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң улар Магаданға ҡайтып төпләнә. Иван Федорович автобаза начальнигы урынбаҫары, ә Александра Леонтьевна икмәк заводы директоры булып эшләй. "Ҡаланың Почетлы гражданы"исеменә лә лайыҡ була.
Бары тик үҙ халҡының тарихын төптән белгән кешенең генә киләсәге бар. Ошо киләсәк матур һәм яҡты булһын өсөн беҙ үҙебеҙҙең үткәнебеҙҙе мотлаҡ белергә, төплөрәк өйрәнергә һәм белгәндәребеҙҙе йәш быуынға еткерергә тейешбеҙ, ти Александра Бойконың туғандары.







