Еңеү көнөнә әҙерлек

Республика халҡы Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығын байрам итергә әҙерләнә.
  • Еңеү көнөнә әҙерлек

Әле үк район һәм ҡалаларҙа ветерандарҙы, тыл эшсәндәрен тәбрикләүҙәр башланды.

8-се майҙа «Еңеү вальсы» республика акцияһы уҙа. Совет майҙанында юғары уҡыу йорттары һәм колледждар студенттары, шулай уҡ уҡыусылар һуғыш йырҙары оҙатыуында совет халҡының батырлығы иҫтәлегенә вальс башҡарасаҡ. Дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһын һәм байрам концертын үҙ эсенә алған тантаналы йыйылыш шулай уҡ 8 майҙа «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә.

9-сы майҙа Еңеү көнө уңайынан төп саралар Өфөлә Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыуҙан башлана. Артабан шулай уҡ Еңеү паркының мемориаль комплексында «Мәңгелек ут»-ҡа сәскә һаласаҡтар. Сараларҙа Бөйөк Ватан һуғышы, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары, федераль һәм республика власть органдары етәкселәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, хәрби-патриотик клубтар, үҫмерҙәр берләшмәләре һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре, шулай уҡ баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ҡатнаша.

Төп байрам сараһы — Октябрь проспекты буйлап хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм хәрби техника үтәсәк. Унда Өфө гарнизоны хәрбиҙәре, федераль башҡарма власть органдарының территориаль бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, уҡыу йорттары курсанттары һәм кадеттарынан торған 25 парад расчеты, дөйөм алғанда 2 мең самаһы кеше ҡатнашасаҡ. Иң яҡшы парад расчётына Башҡортостан Башлығының күсмә кубогы тапшырыла. Бынан тыш, Ленин исемендәге майҙанда 8 майҙа 14:00 сәғәттән 10 майҙа 9:00 сәғәткә тиклем – ретро-автомобилдәр, ә Рус драма театры алдындағы майҙансыҡта хәрби ретротехника күргәҙмәһе ойошторола. Байрам саралары ваҡытында йәмәғәт тәртибе һәм хәүефһеҙлек өсөн эске эштәр органдары, Росгвардия, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, шәхси һаҡ ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, халыҡ дружиналары һәм хоҡуҡ һаҡлау йүнәлешендәге башҡа берләшмәләр ағзалары яуаплы буласаҡ.

Ә Мәскәүҙәге парадҡа килгәндә, Ҡыҙыл майҙандағы тантаналарға был юлы кадеттар һәм хәрби техника йәлеп ителмәй. Шулай ҙа, илдең баш ҡалаһы күген махсус авиация өсөн бер-нисә сәғәткә ябып торасаҡтар. Баш командующий Владимир Путин бойороғона ярашлы, илдең оборона министрлығы Бөйөк Ватан һуғышында Совет халҡы Еңеүе хөрмәтенә уҙғарылған парад хөрмәтенә махсус хәрби операция барған урында ваҡытлыса тыныслыҡ иғлан итте. Был тәртип 8-се һәм 9-сы май үҙ көсөндә ҡала. Украина ошо ҡағиҙәне боҙған осраҡта, Киевтың үҙәк өлөшө Рәсәй авиацияһы һөжүме аҫтында ҡала.