Төркиәгә йәнә юл ябыламы?

Тулыраҡ: Төркиәгә йәнә юл ябыламы?

Рәсәй авиакомпаниялары Төркиәгә чартер рейстары туҡтатылыу ихтималлығы тураһында хәбәр алды. Сәбәбе – илдәге сәйәси ҡатмарлыҡтарға бәйле. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 20215 йыл аҙағында Төркиә менән Рәсәй араһында авиабәйләнеш 9 айға туҡтатылғайны. Ул саҡта Сүриә күгендә Төркиә истребителе Рәсәй хәрби самолетын атып төшөрөүе сәбәпсе булғайны. Былтыр йәй президент Рәжәп Тайип Эрдоган рәсми ғәфү үтенгәндән һуң осоштар тергеҙелде. 7 апрель Америка Сүриәнең Шайрат аэродромын утҡа тотто. Был хәрби аҙымды күп кенә Европа дәүләттәре, шул иҫәптән Төркиә яҡлап сыҡты.