Мәскәүҙең Троекуров зыяратында летчик-космонавт, Советтар Союзының ике тапҡыр геройы Георгий Гречконы һуңғы юлға оҙатыу сараһы үтте. Легендар космонавт 86-сы йәшендә һәләк булды.
Тверь өлкәһендә “Ислам дәүләте” террор ойошмаһы сафтарына халыҡты йәлеп итеүҙә шикләнеүсе Урта Азия ватандаштары ҡулға алынды. Махсус операция барышында улар йәшәгән фатирҙа дини-экстремистик әҙәбиәт табылған.
Францияның Гранд-Сенте ҡаласығында ҡасаҡтар йәшәгән ағас йорттарҙы ут ялмап алған. Янғын афған һәм курд мигранттары үҙ-ара һуғышҡандан һуң башланған. Ҡасаҡтар әле икенсе урындарға күсерелгән.
Америкала 82 мең кеше Дональд Трамптың Яҡын көнсығыш буйынса тәҡдимдәренә ҡаршы тауыш бирергә саҡырып петицияға ҡул ҡуйҙы. Ҡушма Штаттарҙың хәрби-диңгеҙ көстәре Сүриәнең Хомс авиабазаһын утҡа тотҡас мөрәжәғәткә ҡул ҡуйырға теләүселәр ҡырҡа артҡан. Ҡул ҡуйыусылар Трапм күләмле һуғыш башлар, тип борсолоу белдерә.