Белгестәр көн һайын һыу кимәлен тикшереп тора. Ә ысынында, Өфө өсөн иң мөһим төҙөлөш проектының береһен бойомға ашырыуға ҡурҡыныс янамаймы? “Дуҫлыҡ” монументы янында Ағиҙел йылғаһының һыу кимәле аҙна эсендә бер метрға кәмегән. Ай дауамында бер төрлө һауа торошо һаҡланыуы — төндәрен һыуытып, көндөҙ йылытыуы яҙғы ташҡынды һуңҡараҡҡа күсерҙе. Былтырғынан айырмалы рәүештә, төҙөлөш эштәре юғарыраҡ кимәлдә бара. Шулай ҙа йылға күтәрелһә, эште туҡтатып торорға тура киләсәк. Ағиҙел ташып, ҡапыл һыу баҫмаһын өсөн уның кимәлен урындағы белгестәр көнөнә ике тапҡыр тикшереп тора.Ике көн дауамында йылғала үҙгәрештәр күҙәтелмәй. Шуға ла төҙөүселәр ҙур һыуға тиклем Ағиҙелдең ярын нығытып өлгөрөргә тырыша. Әле Юность спорт комплексынан Пугачев урамына тиклемге арауыҡта бағаналар ултыртыла. Улар һыу ташыуҙан һәм ярҙы емерелеүҙән һаҡлаясаҡ. Ә йылға буйын быға тиклем нығытып торған бетон плита киҫәктәре ярылып емерелеп бөткән. Билдәләнгән майҙанда төҙөлөш эштәре барышында алынған бетон плитәләр ташҡын ваҡытына кире һалынасаҡ. Был ағын һыуҙар тупраҡты йыумаһын өсөн эшләнә. Сөнки былтыр ташҡында Ағиҙел кимәле 8 метрға тиклем күтәрелгәйне. Ә быйыл, белгестәр иҫәпләүенсә, һыу кимәле 9 метрға етеп, был ерҙәрҙе һыу баҫыуы ихтимал.
Ағиҙел ярын төҙөкләндереүселәр яҙғы ташҡынға әҙерләнә
Тулыраҡ: Ағиҙел ярын төҙөкләндереүселәр яҙғы ташҡынға әҙерләнә