Урындағы климатҡа яраҡлашҡан башҡорт ҡорттары ҡышты уңышлы сыҡҡан.
Башҡортостанда бал ҡорттарының 60-80 проценты һәләк булған тигән мәғлүмәт дөрөҫ түгел. Быға сит илдәрҙән индерелгән йоғошло ауырыу сәбәпсе тигән хәбәрҙәр ҙә ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Ошо турала Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Әмир Ишемғолов белдерҙе. Уның әйтеүенсә, урындағы климатҡа яраҡлашҡан башҡорт ҡорттары ҡышты уңышлы сыҡҡан.