Был аҙнала Өфөлә тәүге шәмбе өмәләре ойошторола.
15 апрель уҙасаҡ экологик сараға бөтә ойошма, предприятиелар ҡушыла. Улар үҙ биләмәләрендә ҡалған ҡарҙы таратып, ҡыш буйына йыйылған сүп-сарҙы таҙалаясаҡ. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә өмәләр ҡала парк һәм скверҙарында ла үтәсәк, сараларға теләүселәр ҡушыла ала.