Ошондай платформаны индереүҙәге хеҙмәттәшлек тураһында Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәү мэры Сергей Собянин һәм илдең һанлы үҫеш, эәлемтә, киң бәйләнеш саралары министры урынбаҫары ҡул ҡуйҙы. Федераль министр Сергей Кравцов билдәүәленсә, яңы технологиялар уҡытыусы эшен еңелләштереү, белем биреү системаһы һөҙөмтәлелеген арттырыу мөмкинлеген бирә.
Мәскәү электрон мәктәбе – уҡытыу-методик контенты булған заманса һәм тулы платформа. Ҙур электрон китапзана нәфис әҙәбиәт, Берҙәм Дәүләт Имтихандары, Дөйөм Дәүләт һынауҙарына әҙерләнеү материалдары, виртуаль лабораторияларҙан тора. Сервиста он-лайн көндәлек, дәрестәр теҙмәһе бар. Тимәк, уның ярҙамында балаларҙың мәктәпкә нисек йөрөүҙәрен күҙәтергә һәм дәрестәрҙе дистанцион форматта ойошторорға нигеҙ бар. ошондай система бөгөн Өфөләге 10 мәктәптә ҡулланылһа, киләһе уҡыу йылынан Башҡортостандағы бөтә белем усаҡтары ла был сервисҡа тоташтырыла.







