Рәсәйҙә радио көнө билдәләнә

Етенсе майҙа Радио һәм элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй.
  • Рәсәйҙә радио көнө билдәләнә
1895 йылда Санкт-Петербург университеты профессоры Александр Попов ғалимдарға үҙе уйлап тапҡан тәүге радиоалғысты эшләтеп күрһәтә.
Ә 1927 йылдың 7-се ноябрендә Башҡортостан радиоһы тәүге сигналдарын тапшыра. Көндәлек тапшырыуҙар 1928 йылдың 1 авгусынан эфирға сыға.
"Башҡортостан" дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһына 3 радиостанция ҡарай. Улар "Рәсәй-Башҡортостан", "Маяҡ", "Вести ФМ" радиолары.