Республикала «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республика башлығы яңы дәүләт наградаһы - "Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан" миҙалы тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны.
  • Республикала «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Уны ирекмәнлек һәм хәйриә эшмәкәрлеге, гуманитар һәм махсус хәрби операцияны үткәреү менән бәйле башҡа ярҙам өсөн, махсус хәрби операция маҡсаттарына ирешеүгә булышлыҡ иткән бурыстарҙы уңышлы үтәгән өсөн, махсус хәрби операция биләмәһендә бурыстарҙы үтәгән өсөн тапшырасаҡтар. Был награда менән Радий Хәбиров тәүгеләрҙән булып 45 кешене бүләкләне.