"Катюша" патриотик акцияһы йыр-моң һөйөүселәрҙе бергә йыйҙы

Владимир Ленин исемендәге Йорт-музейында һуғыш йылдарының легендар композициялары, шул иҫәптән, рус һәм башҡорт телдәрендә «Еңеү Көнө» һәм «Катюша» йырҙары яңғыраны.
  • "Катюша" патриотик акцияһы йыр-моң һөйөүселәрҙе бергә йыйҙы

Шулай уҡ, сара сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам тапшырылды.

Был йырҙарҙы тыңлағанда, күҙҙәргә йәш тула. Уларҙа— тыуған илгә сикһеҙ һөйөү, һалдаттарҙың ҡаҡшамаҫ батырлығы һәм Еңеүгә ныҡлы ышаныс сағыла. Көйҙәр һәм ихлас һүҙҙәр аша беҙгә шул ваҡыттағы хистәр: юғалтыу ғазаптары, күптән көткән осрашыуҙарҙың шатлығы, кешеләрҙең йөрәгендә йәшәгән өмөт һәм ҡурҡыуҙар тойола.

Был йырҙар һәр кемгә таныш һәм һаман да күңелгә үтеп инә. Владимир Ленин исемендәге йорт-музейы быуындарҙы икенсе тапҡыр хәрби композициялар аша берләштерә. "Катюша" патриотик акцияһында ҡатнашыусылар араһында балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр, мәктәп уҡыусылары һәм Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын яҡындарының һөйләүҙәре буйынса хәтерләүселәр йыйылған. Концерт һуғыш йылдарындағы йырҙар һәм Ватаныбыҙҙы яҡлаусыларға арналған заманса композициялар менән үрелеп барҙы.

Байрамда ҡатнашыусылар совет халҡының көсө һәм сыҙамлыҡ символы булған легендар «Катюша» йырын башҡорт һәм рус телдәрендә башҡарҙы.

Акцияның төп маҡсаты — еңеүселәр быуынын хөрмәтләү, үҫеп килгән йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү