Ул 21-се майҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү йәһәтенән Өфөлә үтәсәк. Коллективтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, концерт программаһына – Фәйзи Ғәскәровтың алтын фондынан композициялар ингән. Башҡорт халҡының «Зарифа», «Ете ҡыҙ» бейеүҙәре, «Вечером у калитки» мари бейеүе, «Төньяҡ амурҙары» героик-романтик сюитаһы.
Ансамбль Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арналған бейеүҙәр менән дә сығыш яһай. Хәйриә концертына билеттар һатыуҙан килгән аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә йүнәлтелә.







