Белорет районы Ғәбдөк ауылынан хәүефле хәбәрҙәр килә.
Ауылды һыу баҫа башлаған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, халыҡ йорттарын ҡалдырып ҡалҡыу урындарға сыҡҡан. Урындағы халыҡ бер-нисә тапҡыр ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан. Әммә әле һаман килеүселәр юҡ. Малдар ҙа имен урындарға күсерелгән. Мәктәп ваҡытлыса ябылған. Ғәбдөк ауылына юл юҡ. Унда тик поезд менән генә барып етергә мөмкин. Беҙ ваҡиғалар үҫешен күҙәтеп барабыҙ. Бөгөн ауылға ижади төркөм юллана. Беҙ сығарылыш ваҡытында ауыл биләмәһе башлығы менән бәйләнешкә инергә ниәтләйбеҙ.