Мең сирҙән дауа булған башҡорт балына быйыл хәүеф янай, тигән хәбәрҙәр ысынбарлыҡҡа тап киләме? Республика райондарында бал ҡорттары күстәре һәләк булыуы күптәрҙе аптырашта ҡалдырҙы. Умартасылар иһә әлегә фараздар яһарға ашыҡмай. Теүәл мәғлүмәтәтр аҙна-ун көндән генә билдәле буласаҡ. Быйылғы оҙайлы ҡыш Башҡортостан умартасылары файҙаһына түгел. Башҡа йылдарҙа умарталар апрель башында уҡ тышҡа сығарылһа, әлегә күп кенә райондарҙа ҡар ятыу сәбәпле, бал ҡорттары һаман да баҙҙа ҡала. Һауа температураһының умарта эсендә ун градустан да юғарыраҡ булыуы ҡорттар файҙаһына түгел. Улар эҫелә күпләп ҡырыла. Умартасылар республика ҡорттарҙың яҡынса һикһән проценты һәләк булған, тигән хәбәрҙе әлегә раҫламай. Шулай уҡ ветеринар хеҙмәт вәкилдәре лә республикаға ситтән ниндәйҙер инфекция, вирус инеп, бал ҡортатрын һәләк иткән тигән хәбәрҙе лә уйҙырма, тигән фекерҙә. Хәлде асыҡлау өсөн әле райондарҙағы бер-нисә умарталыҡта ҡышлаған ҡорттарҙы ла тикшергәндәр. Шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығы министрлығы ла ашығыс белдереүҙәрҙең урынһыҙ икәнлегенә ишаралай. Белгестәр ҙә был ығы -зығыға иғтибар итмәҫкә саҡыра. Ҡорттарҙың үлеменә лә артыҡ борсолоу кәрәкмәй. Ул тап күбеһенсә тәбиғәт шарттарынан тора. Көҙгөһөн оҙайлы ҡоро көндәр булғанға күрә, ҡорттар бал йыйып өлгөрмәне, ә йәш эшсе ҡорттар ҡышҡылыҡҡа әҙер булмай, шуға ла улар урынына ҡарт, көсһөҙ ҡорттар ҡала. Ҡыш осоронда иһә ҡорттарҙың бар яҙмышы тап умартасы ҡулында. Бал ҡорто тотһаң, улар кеүек егәрле булмай сараң юҡ. Эше лә етерлек, ә файҙаһын һәр кем үҙе белә. Ҡыш миҙгелендә 100 процент ҡорттоң 5 проценты үлһә, нормаға ярашлы. Шуға ла тәжрибәле умартасының төп маҡсаты булып ҡалған ҡорттарҙы артабан үрсетеү һәм дөрөҫ тәрбиәләү тора.
Башҡорт бал ҡорттары ҡышты нисек үткәргән?
Тулыраҡ: Башҡорт бал ҡорттары ҡышты нисек үткәргән?