Ҡазанда тамамланған Рәсәй чемпионатынан спортсы бер юлы ике миҙал алып ҡайтты. Ял итергә ваҡыт юҡ, хәҙер спортсы Шанхайҙа үтәсәк Гран-при этабы алдынан техникаһын камиллаштыра.
Йәшен тиҙлеге һәм тимер сыҙамлығы. Рапирасы Аделина Заһиҙуллина үҙен ышаныслы тота. Ҡазанда үткән Рәсәй чемпионатында спортсы алтын миҙал яуланы. Шәхси зачетта Аделина илдә иң яҡшыһы булыуын иҫбатланы.
Республика йыйылма командаһы ла һынатманы, башҡорт фехтование мәктәбенең юғары кимәлен раҫланы. Титуллы спортсының графигы тығыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, Аделина үҙенең тәүге аҙымдарын яһаусыларға ваҡыт таба.
Шуныһы ҡыҙыҡ, Аделинаның ғаиләһендә профессиональ спортсылар юҡ. Фехтованиеға ул осраҡлы эләгә. Ҡыҙ уҡыған мәктәптә тренер балалар араһында талант эҙләй. Әммә хәл иткес көндә буласаҡ чемпион ауырып китә. Һәм дәрестәргә уның әхирәте бара.
Аделинаға тиҫтәләгән малай һәм ҡыҙҙар тиңләшә. Улар араһында спорт юлына баҫҡан Таисия Арыҫланова ла бар. Әммә, үҙенең остазынан айырмалы, Таисия спортсылар ғаиләһендә тыуа. Ҡыҙ нимәгә ынтылырға кәрәклеген бик яҡшы белә.
Аделина Заһиҙуллина кеүек спортсылар үҫеп килгән быуын өсөн үрнәк. Таисия һәм уның тиҫтерҙәре өсөн Аделина чемпион ғына түгел, ә башлаған эште аҙағына еткереү, һөҙөмтәне күрергә өйрәнеү өлгөһө лә булып тора.






