Ҡайнар йөрәк өсөн бүләк

Тулыраҡ: Ҡайнар йөрәк өсөн бүләк

Бөгөн республиканың федераль инспекторы Михаил Закомалдин кеше ғүмерен ҡотҡарған кескәй батырҙарҙы тәбрикләне. Ул ҡаһарманлыҡ ҡылған биш үҫмергә “Ҡайнар йөрәк” тип аталған билдәләр, диплом һәм маҡтаулы китап тапшырҙы. Иң йәш батырға 8 йәш. Былтыр йорттары янып киткәс, Максим ике һеңлеһен ут эсенән ҡотҡара.Абруйлы наградаға Йылайыр районынан Илназ Байбактин һәм Учалынан Айнур Маннанов та лайыҡ булды. Илназ Максим кеүек янған йорттан кешене алып сыҡҡан, ә Айнур ташҡын ваҡытында йылғаға төшөп киткән алты йәшлек малайҙы ҡотҡарған.