Музейҙарҙа – ил тарихы

Тулыраҡ: Музейҙарҙа – ил тарихы

Благовар районы Һарайлы ауылы мәктәбе музейы „Иң ҡшы мәктәп музейы„ исеме менән лайыҡлы рәүештә ғорурлана ала. Бында ауыл халҡы тырышлығы менән тупланған 500 – ҙән ашыу экспонат. Етенсе класс уҡыусыһы Илнур Усмановтың иң яратҡан урындарының береһе-мәктәп музейы. Тәнәфес ваҡытында ла, дәрестәрҙән һуң да боронғо әйберҙәр менән танышам, уларҙың тарихын асыҡларға тырышам, ти уҡыусы.Мәктәп музейы тарихты өйрәнергә генә түгел, ә үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләргә лә ярҙам итә.Музейҙа 500-ҙән ашыу экспонат тупланған, Һарайлы ауылы халҡының шәжәрәһе лә урын алған. Уларҙы йыйыуҙа, тарихи ҡомартҡылар һаҡланған урынды булдырыуға ауыл халҡы ҙур өлөш индерҙе, ти уҡытыусылар.Музейҙағы иң ҡәҙерле экспонаттар ул ошонда урын алған мамонт һөйәктәре. Бында мамонт һөйәгенең ниндәйе генә юҡ. Мамонттың һуҡты теше өс метрға тиклем еткән, ә ошонда урын алған һөйәк 15 кг тирәһе тарта.Мәктәп музейы 1990-сы йылда асыла. Үҙ ваҡытында, бындай тарихи мөйөштө булдырыуҙа ошо мәктәптең директоры Рауил Тимерйән улы ҙур көс һала. Хәҙер был эште тарих уҡытыусыһы Рауил Ғүмәров дауам итә.Бындағы әйберҙәрҙе уҡытыусылар ғына түгел, ә уҡыусылар ҙа күҙ ҡараһылай һаҡлай. Һәр бер экспонат үҙендә тарих һаҡлай, улар аша беҙ үткәндәргә ҡайтабыҙ, ти улар.