Ярышта, ҡатнашыусылар штурм, миналарҙы табыу һәм пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү буйынса көс һынашты.
Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжының өсөнсө курс студенттары Алексей Иванов һәм Нурислам Мөниров «Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге» йүнәлеше буйынса уҡый, икеһе лә киләсәктә полицияла эшләргә ниәтләй, бөгөн уларҙың алдында ҡатмарлы һынау тора. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, бинаға инеп, дошманды табып уны ҡоралһыҙландырыу.
Был һынауҙы уңышлы үткән егеттәр күрһәткән һөҙөмтәләре менән дә ҡәнәғәт.
Зарница уйындары хәрби шарттарға яраҡлаштырылған. Кемдер ҡаршы яҡ отряд менән көрәшһә, икенселәр алыш барған яланды уҡыу миналарынан таҙарта. Йәшерелгән шартлы шартлатҡыстарҙы таҙартыу ҙа – оҫталыҡ һәм ғилем талап итә.
Студент Илья Козлов сапер булмаһа ла ярыштың был өлөшөнә етди әҙерләнгән.
Хәҙерге шарттарҙа пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итә белеүселәргә һорау ҙур. Зарница уйындарында тап ошо дисциплина буйынса иң көссөләрҙе асыҡлау ҙа көн талабы. Был йүнәлеште һайлаусылар һауанан урындарҙы ҡарап, координаталарҙы теүәл билдәләргә тейеш.
"Зарница 2.0" уйындары хәрби хеҙмәт, физик культура һәм йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге буйынса ярыштарға нигеҙләнгән. Төбәк этабында ҡатнашып, беренсе урын өсөн көрәшкән 8 отряд та иң көслөләр. Өфө, Нефтекама, Күмертау, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ һәм башҡа ҡала-райондар исеменән сығыш яһаны.
Башҡортостанда уҙғарылған төбәк ярыштары еңеүселәрен хәҙер тағы ла ҙурыраҡ һынау көтә. Беренсе урынға сыҡҡан команда республика данын Ырымбурҙағы округ этабында яҡларға тейеш.
Башҡортостан вәкилдәренең хатта Волгоградҡа тиклем етеү мөмкинлеге бар. сөнки, федераль кимәлдәге “Зарница” уйындары тап ошо ҡалал ойошторла. Тик бының өсөн республик студенттары Ырымбурҙағы ярыштарҙа берҙәм булырға тейеш.






