«Сулпан» цирк коллективы үҙенең 55 йыллығын билдәләй

Өфө балалар филармонияһы - Башҡортостандың баш ҡалаһындағы берҙән-бер цирк таланттарын үҫтереүсе үҙәк.

Был әҫәрҙең көйө һәм һүҙҙәре беҙҙең илдә һәр кемгә тиерлек таныш, шулай уҡ уның башҡарыусыһының исеме лә. Юбилей йылында коллектив Юрий Никулиндың ижадын иҫкә ала. 2026 йылда талантлы киноактерҙың һәм цирк артисының тыуыуына 105 йыл тула.

«Почти серьезно» спектакленең төп геройы булып Юрий Никулин үҙе сығыш яһай. Сәхнәләге номерҙар ҙа сағыу: хореография, вокал, костюмдар һәм элементтарҙы башҡарыу оҫталығы бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ.

Тап ошо хис-тойғоларҙы Өфө балалар филармонияһы тәрбиәләнеүселәре еткерә алды. Был ысын манеж булмаһа ла, цирк тамашаһы тулыһынса сағыла. Сағыу костюмдарҙа һауала гимнастар тынып ҡала, акробаттар ҡатмарлы элементтар башҡара һәр номер һоҡландыра. Был сығыштар артында бер юлы бер нисә цирк жанрын яҡшы белгән артистарҙың оҫталығы ята.

Был постановканың бөтә артистары ла үҙҙәрен сағыу итеп күрһәтә, цирк — ул тамаша ғына түгел, ә ныҡышмалы хеҙмәттә тыуған сәнғәт. Һәр нәфис хәрәкәт элементы артында йылдар буйы шымартылған күнекмәләр һәм фиҙаҡәрлек тора.

Быйыл «Сулпан» цирк коллективы үҙенең 55 йыллығын билдәләй. Өфө балалар филармонияһы-Башҡортостандың баш ҡалаһындағы берҙән-бер цирк таланттарын үҫтереүсе үҙәк. Унда балаларҙы был сәнғәттең бөтә жанрҙарына өйрәтәләр. Диана Әхмәтова, мәҫәлән, 14 йыл инде һауала йәшәгәндәй, нәфис итеп әйләнә һәм һауа полотноларында осоп тигәндәй йөрөй, һәр номерҙы бәләкәй мөғжизәгә әүерелдерә.

Наталья Ананченко бына инде 30 йылдан ашыу Цирк коллективының алыштырғыһыҙ етәксеһе булып тора. Уның төркөмөндә 150-гә яҡын бала шөғөлләнә. Тренер әйтеүенсә, тәрбиәләнеүселәр өсөн был тәү сиратта хобби: балалар дәрестәргә үҙ теләге менән килә.

Ижади коллектив мәҙәни башланғыстар президент фонды конкурсында еңеү яулаған. Матди ярҙам цирк студияһы тәрбиәләнеүселәре өсөн яңы реквизит һатып алырға ярҙам итә: акробатик юл, һауа гимнастикаһы өсөн төҫлө полотнолар, эквилибр өсөн өҫтәл, костюмдар өсөн туҡымалар һәм башҡалар. Ижади коллектив төрлө конкурстарҙа бер нисә тапҡыр еңеүсе һәм призер була. Хәҙер ҡыҙҙар Төмәндә халыҡ-ара цирк сәнғәте фестиваленә әҙерләнә.