Өфөлә контракт төҙөргә теләгәндәрҙе йәлеп итеүселәргә түләү раҫланды

Өфө хакимиәте үҙ теләге менән контракт төҙөргә теләгәндәрҙе йәлеп итеүселәргә түләү раҫланы.
  • Өфөлә контракт төҙөргә теләгәндәрҙе йәлеп итеүселәргә түләү раҫланды

Ошо туралағы ҡарарға ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Сергей Кожевников ҡул ҡуйҙы. Документта әйтелеүенсә, быйыл 26 марттан контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға барырға ризалашҡан кешене килтергән өсөн 689 мең 600 һум түләнә. Ул 18 йәштән өлкән һәм хәрби булмаҫҡа тейеш. Шуныһы ла мөһим, түләүҙе бер-нисә тапҡыр алырға мөмкин, йәғни, контракт төҙөгән һайын аҡса бүленә.