Бүләкләү тантанаһы хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе барышында үтте. Миҙалды хәрби хеҙмәткәргә республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Ултырыштың көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр хаҡында Гүзәл Батыраева сюжетында.
Фәрит Ғәниев бөтә яугирҙар исеменән алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам иткәндәре өсөн республика халҡына рәхмәт әйтте.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһен хоҡуҡ, информатика, рус һәм инглиз телдәре, география буйынса бөтә рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәрен бүләкләү менән башланы.
Әйткәндәй, республика йәштәргә һүҙ менән генә түгел, эш менән дә ярҙам итә. 2018 йылдан Башҡортостан Башлығы ҡарары менән Уҡыусыларҙың интеллектуаль һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы һәм конкурстар еңеүселәренә, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән педагогтарға премиялар биреү раҫланды.
Оператив кәңәшмә сиктәрендә «Айыҡ ауыл»VII Республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы ла үтте.
«Айыҡ ауыл» конкурсы республикала 2011 йылдан алып уҙғарыла. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән конкурс ҡабаттан тергеҙелгән. Проект, тәү сиратта, республика халҡының әүҙемлеге арҡаһында уңышлы тормошҡа ашырыла. Хатта иң бәләкәй тораҡ пункттар ҙа алкоголгә ҡаршы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша һәм ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшә. Төрлө йәштәге битараф булмаған халыҡты берләштереп, проект республикабыҙҙың граждандар йәмғиәтенә ыңғай йоғонто яһай.
Тағы бер мәғлүмәт тураһында айырым әйтергә кәрәк. Башҡортостан бөгөн сәсеү кампанияһын әүҙем алып бара. Республика хужалыҡтары тәүлегенә 80 мең гектар майҙанды эшкәртә, ти вице-премьер Илшат Фазрахманов.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова оператив кәңәшмәлә «Йәшел Башҡортостан» экологик акция пландары тураһында һөйләне.
Башҡортостан Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабына йүнәлтелгән ҡатнашыусылар һаны буйынса төбәктәр рейтингында 5-се урынды һаҡлап ҡалды. Призерҙарға Һәм еңеүселәргә Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарына ингәндә ташламалар ҡаралған.
Йыйылма команданы әҙерләү Аврора белем биреү проекты сиктәрендә алып барыла. 2026 йылдан олимпиадала ҡатнашыусылар һаны артты, мәктәп этабында 308 мең бала ҡатнашты — был, былтырғыға ҡарағанда 90 меңгә тиерлек күберәк. Республика 1 миллиондан ашыу олимпиадасыны теркәп, ҡатнашыусылар һаны буйынса үҙ рекордын ҡуйҙы.






