Башҡортостанда "Берҙәмлек ауазы" яңғыраны

"Өфө Арена"лағы күләмле концерт-шоу илдең тиҫтәләгән субьектынан иң билдәле башҡарыусыларҙы бергә тупланы.

Сәхнәләге сығыштар төрлө жанрҙа. Улар электрон поп-музыканан алып фольклор номерарына тиклем. Әммә төп маҡсат – Рәсәй халыҡтары йыр-моңон —  заманса форматта күрһәтеү. Сағыу саранан хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова әҙерләгән яҙма.

Шоуҙың һәр өлөшө айырым тематик образға – халыҡтар тарихына, хәтергә, легендаларға, тәбиғәткә һәм мәҙәни бәйләнештәргә арналған. Концерт уникаль тәжрибә майҙаны -: бында фольклор электрон музыка, рок, рэп һәм хәҙерге этника менән берләшә.

Ҡатнашыусылар өсөн был проект ғәҙәти формат сиктәренән сығыу

Сәхнәлә ҡурай битбокс менән бергә яңғыраһа, барабандар электрон биттарға үрелә, ә боронғо легендалар лазерҙар яҡтыһында терелә. Биш меңдән ашыу тамашасы халыҡ көй-моңон бөтөнләй яңыса ишетә. Шоуҙың хедлайнерҙарының береһе — Ay Yola төркөмө.

Бөтә Рәсәй артистары сәхнәгә сығып, илебеҙҙең мәҙәни коды тере икәнлеген иҫбатлай. Был энергия һәм күперҙәр, улар быуындар араһындағы миҫал төҙөлә.

Сәхнәлә тик тере тауыш һәм музыка .Шоу дауамында бер үк ваҡытта һирәк осрай торған халыҡ инструменттары, симфоник оркестр аккомпанементы аҫтында йырҙар һәм электрон аранжировкалар яңғырай.

Бындай көтөлмәгән эксперименттың уңышы тураһында тамашасылар һаны һөйләй. Концерт башланыуға бер нисә көн ҡалғанда уҡ, тамаша залында билеттар бөтә. Тәүге тапҡыр яңғыраған берҙәмлек ауазы", йәш тамашасыларҙы һәм артистарҙың яңы быуынын берләштергән проект.

«Берҙәмлек ауазы» — бөгөнгө Рәсәйҙең мәҙәни коды. Уның ауаздары тамашасылар күңелендә оҙаҡ һаҡланыр, тигән ышаныс бар.