Август кәңәшмәһе Ишембайҙа

Башҡортостан уҡытыусыларының быйылғы август кәңәшмәһе үтәсәк муниципаль берәмек аталды.

Республика мөғәллимдәре форумын быйыл Ишембай ҡаршылай. Район һәм ҡалала әҙерлек эштәре бара. Федераль программа нигеҙендә Ишембайҙа 4 мәктәп яңыртыла. Бынан тыш, ҡаланың үҙендә капиталь ремонттан һуң балалар баҡсаһы асыла. Ишембайҙа “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стеллаһы урынлашасаҡ майҙан да аталды. Һәйкәл быйыл Блохин исемендәге скверҙа ҡуйыла. Скульпторҙар монументаль ҡоролмала тыл хеҙмәтсәндәре – эшселәр, ауыл халҡы, инженерҙар һындары ла булырға тейеш тигән фекерҙә.