Беренсе июндән төп дәүләт һәм Берҙәм дәүләт имтихандары башлана

Был уҡыусыларҙың мәктәп курсының бөтә предметтары буйынса уҡыу программаларын тулыһынса үҙләштереүен тәъмин итеү өсөн ҡабул ителгән үҙгәреш.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә 11-се синыф уҡыусылары өс предметтан  — география, химия, әҙәбиәттән, ә 2-се июндә 9-сы синыф уҡыусылары математиканан имтихан тапшырасаҡ.

Был хаҡта Башҡортостан мәғарифын үҫтереү институтының мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәге директоры Рөстәм Рәмов хәбәр итте.