Илдең оборона министырлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйырға был өлкәлә тәжрибәләре булмағандар ҙа килә ала.
Дронды эшләтеп ебәреү, идара итеү, уны күктә тотоу. Был оҫталыҡҡа һайлап алыу пунктына контрактҡа ҡул ҡуйырға килгән йәштәрҙең тиҙ арала өйрәнеү мөмкинлеге бар. Квадракопторҙы туҡтатыу ҙа айырым белем талап итә.
Мөмкин, тик тәжрибәһе булмағандарға быны эшләү кәңәш ителмәй, ти инструкторҙар. Сөнки, һәр һөнәрҙе төптән белеү кәрәк. Хәүефһеҙлек техникаһы һәм дрон менән идара итеүҙең башҡа нескәлектәре тураһында буласаҡ контрактсыларға пилотһыҙ берләштерелгән технологиялар подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре һөйләне. Улар һайлап алыу пунктына махсус рәүештә ирекмәндәрҙе хеҙмәткә ебәреүгә әҙерләү һәм яңы технологиялар тураһында һөйләү өсөн килә.
БПЛА ғәскәрендә хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөгән кандидаттарҙы төркөмдәргә бүләләр. Ҡайһы берҙәре дрондарҙы хеҙмәтләндерһә, башҡалары операторҙар. Өсөнсөләре техника өсөн программалар яҙа. Михаил Чайковский хеҙмәтен башлауҙы көтә. Ул медицина тикшереүе һәм тест үткән дә инде.
Был көндә "Защитник" һайлап алыу пунктында контрактҡа тағы бер нисә кеше ҡул ҡуя. Алдағы айҙарҙа уларҙы Оборона министрлығының уҡыу үҙәктәрендә уҡыу көтә.
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге, А һәм Б категориялы һәм хөкөм ителмәгән Рәсәй граждандары эләгә ала. Контракт бер йылға төҙөлә. Шулай уҡ хәрбиҙәр бер миллион дүрт йөҙ мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала.
Әйткәндәй, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн төрлө дәүләт ярҙамы саралары менән күләмле программа тормошҡа ашырыла.







