Яһалма интеллект иҡтисадҡа, дәүләт идаралығына һәм республиканың башҡа төп тармаҡтарына индерелгән дә инде. Уның артабанғы үҫеше стратегик сессияла ҡаралды. Башҡортостан башлығы бөтә министрлыҡтар һәм ведомстволарҙан яһалма интеллект-трансформация һәм пилот сервистарын ҡулланыуҙа тәҡдимдәр көтә. Республиканың Министрҙар кабинеты ла ошо тармаҡты финанслау сығанаҡтарын һәм күләмдәрен күҙ уңында тоторға тейеш.
Республика башлығы һүҙҙәренә ҡарағанда, киләсәктә һәр һөнәрҙә яһалма аҡыл яҡшы ярҙамсы буласаҡ. Ул табиптар, уҡытыусылар, идарасыларға ваҡытты бушҡа сарыф итмәҫкә, эш сифаты һәм һөҙөмтәһен күтәрергә, бюрократиянан ҡотолорға, хеҙмәттәр күрһәтеүҙе тиҙләтеү мөмкинлеген бирә. Яһалма интеллект – ул алыҫ киләсәк түгел, ә ысынбарлыҡ, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Ошо йәһәттән республика Хөкүмәтендә үҙгәрештәр ҙә бар. Олег Ли Премьер-министр Андрей Назаров урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Министрҙар кабинеты рәйесенең яңы урынбаҫарының эш йүнәлеше билдәләнгән. Үзбәкстандың Ташкент өлкәһе Ангрен ҡалаһында 1994-се йылда тыуған, Юғары иҡтисад мәктәбе һәм Рәсәй Хөкүмәте эргәһендәге финанс университетын тамамлаған вице-премьер Башҡортостанда яһалма аҡыл системаларын индереү өсөн яуаплы буласаҡ.






